top of page

Хөрмәтле ата-әсәләр! Бында яҙылған кәңәштәр, мәғлүмәттәр һеҙгә ярҙам күрһәтер, тип ышанам.  

Туған тел–атай менән әсәйҙең үҙ балаларына мәңгелек бүләге ул. Ошо изге ҡомартҡынан килер быуындарығыҙҙы мәхрүм итмәгеҙ. Әйҙәгеҙ, халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итәйек.Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, тиҙәр бит. Ысынлап та, тел тураһындағы мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың меңәр йылдар дауамында тупланған уй-фекерҙәре, бай тормош тәжрибәһе сағылыш тапҡан. 

БЫНА УЛАР – ТИҢДӘШҺЕҘ ХАЗИНАҒА ТОРОШЛО ХАЛЫҠ ИЖАДЫНЫҢ АҪЫЛ ӨЛГӨЛӘРЕН ТӘШКИЛ ИТЕҮСЕ МӘҠӘЛДӘР:

Теле барҙың юлы бар.

 Тел белгән – илдәр белгән.

Ете төрлө белем бел, ете илдең телен бел.

Телле кеше теле менән ҡош тота.

Телһеҙ кеше – ярты кеше. 

Бит күрке – күҙ, тел күрке – һүҙ.

Донъяла иң әсе нәмә лә тел, иң сөсө нәмә лә тел.

Донъяны һүҙ биҙәр.

Ил теле  им булыр.

Иле барҙың  ғына теле бар(Р.Ғарипов)

Һаҡлайыҡ, яратайыҡ туған телебеҙҙе!

1. Ғаиләлә яҡын, ихлас һәм дуҫтарса мөнәсәбәт булдырығыҙ.

2. Бала менән һөйләшкәндә уның күҙҙәренә ҡарағыҙ.

3. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөргә онотмағыҙ.

4. Холҡондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе ваҡытында күрә белегеҙ һәм хуплағыҙ.

5. Балаға ҡарата дуҫтарса мөнәсәбәттә булығыҙ, шәхес булараҡ хөрмәт итегеҙ.

6. Балалар  алдында  бүтәндәрҙе тәнҡитләмәгеҙ.

7. Намыҫлы, тоғролоҡло, ғәҙел һәм уның өсөн авторитет булығыҙ, ышанысын аҡлағыҙ.

8. Бала менән өлкәндәрсә һөйләшегеҙ, фекере менән иҫәпләшегеҙ.

9. Баланан ғәфү итеүен һорай, үҙегеҙ ҙә  кисерә белегеҙ.

10. Бала  һеҙҙең үҙ-үҙегеҙгә ышанғанығыҙҙы белһен, бер ҡасан да дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ.        

%D0%9A%D1%83%D1%80%D1%83%D0%BB%D1%82%D0%

УВАЖАЕМЫЕ РОДИТЕЛИ!
Ответьте, пожалуйста, на вопросы данной анкеты. В предлагаемых вариантах ответов выберите тот, который совпадает с Вашим мнением. Если Ваше мнение не удалось предусмотреть, напишите свой ответ.

Персональный сайт старшего воспитателя

Надршиной Гульназ Раилевны

МАДОУ Детский сад  № 19 «Сулпан»

муниципального района Мелеузовский район

Республики Башкортостан

bottom of page